Якутиялағы Чаяндин ятҡылығынан тағы ла 200 вахтасы ҡайтарылды. Өфө аэропортынан пассажирҙар үҙизоляцияға обсерваторға оҙатылды. Самолеттарҙы медицина, Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Рейстарҙы хеҙмәтләндергәндә Өфө аэропортында барлыҡ хәүефһеҙлек талаптары ла теүәл үтәлгән.
Хеҙмәткәрҙәр шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, пассажирҙарҙың багаждары һәм һауа суднолары дезинфекцияланған. 1 самолетта 100 вахтасы. Чаяндин ятҡылығынан айҙан ашыу ҡайта алмаған 200 кешене Өфө аэропортына килтереп еткерҙеләр. Пилоттар махсус костюмдарҙа.
Самолетта елләтеү системаһы дөйөм – экипаж кабинаһында ла, салонда ла бер һауа. Вахтасыларҙы Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды һәм бортта уҡ температураны тикшереп, пассажирҙарҙың хәл-торошон билдәләне. Барыһы ла махсус кейемдәрҙә.
Бер генә кешенең температураһы була ҡалһа, табиптарға тапшыралар һәм ашығыс ярҙам саҡыртып, сирлене клиникаға оҙаталар. Был бортта иһә тәү тикшереүҙә барыһы ла һау-сәләмәт. Якутиянан ҡайтҡан эшселәр Ғафури районында урынлашҡан абсерваторға оҙатылды һәм улар унда 21 көн үҙизоляция үтергә тейеш.
Теүәл 3 аҙнанан һуң ғына барыһын да өйҙәренә ҡайтарасаҡтар. Вахтасылар янына барырға рөхсәт ителмәй. Бөтә ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, улар өсөн үҙ тыуған яҡтарына ҡайтып етеү иң ҙур шатлыҡ. 10 көндән КОВИД-19 сиренә тағы ла анализ аласаҡтар. Алдағы көндәрҙә лә Якутиянан 1 меңдән ашыу вахтасы ҡайтарыласаҡ һәм улар ҙа 3 аҙнаға обсерваторға оҙатыла.