Коронавирус менән килеп тыуған хәл Үлемһеҙ полк акцияһын ғына түгел, ә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған башҡа проекттарҙы кисектереп торорға мәжбүр итә. Улар араһында үҙенсәлекле фотокүргәҙмә, бихисап концерттар һәм спектаклдәрҙең премьераһы бар. Әммә, үҙҡурсаланыу ижад менән шөғөлләнергә ҙур мөмкинлектәр бирә ти киләһе сюжет геройҙары.
Был фотоһүрәттәге документтар барыһы ла тиерлек, нисек тә булһа, Башҡортостандан сыҡҡан яугирҙарҙың яҙмыштары менән бәйле. Күрһәтелгән материалдарҙа концлагер тотҡондарының шәхси эштәре лә бар. Анкеталарҙа русса яҙылған бер генә пункт.
Уларҙы әсирҙәрҙән үҙҙәренән яҙҙыртып алғандар – әсәһе тураһында мәғлүмәттәр. Атаһы һәм башҡа туғандары хаҡында немецтар ҡыҙыҡһынмаған да кеүек. Вячеслав Стрижевский. Фото төшөрөүсе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Фотолар Бөйөк Еңеү көнөнә арналған күргәҙмәнең бер өлөшө генә булыр ине. Эштәр тупланмаһына заман фоторәссамдарҙың эштәре һәм элеке документтар инә. Шағир Назар Нәжмиҙең йөҙөндә һуғыш ғәләмәте әле сағылмаған, парадҡа килгән һәм яуҙаштарын күрергә өмөтләнгән ветерандың портреты.
Барлығы 75 фото иҫәпләнә. Коронавирус менән килеп тыуған хәл рассәмдарҙың, музыканттарҙың, актерҙарҙың ижади пландарына үҙгәрештәр индерҙе һәм хәҙер улар онлайн эшләргә өйрәнә. Ғәҙәттә был артистарҙың йөҙҙәре күренмәй, әммә, хәҙер Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында репетициялар ошолай үтә.
Һуғыш балаларына арналған Йәшә тигән спектаклдең премьераһы 9-сы майҙа уҙырға тейеш ине. Тиҙҙән интернет селтәрендә театрҙың һуғыш осоронда эшләгән йылдары тураһында ролик барлыҡҡа киләсәк. Әлегә актерҙар ҡурсаҡтарҙы ҡалдырып, шиғыр уҡый. Был кадрҙар Өфө хореография колледжынан.
Үҙҡурсаланыу ваҡытында интернатта Япониянан 10 студент йәшәй. Дәрестәр юҡ, ә студенттар бейергә теләй. Шуға ҡыҙҙар үҙҙәре Бөйөк Ватан һуғышына арналған яңы бейеү өйрәнгән. Дошмандың танкылары — ҡап-ҡара, ә болон кеүек йәшелдәре – беҙҙекеләрҙеке. Биш минутлыҡ йәнһүрәт бик сағыу эшләнгән.
Ҡайһы бер кадрҙарҙы йәш автор махсус рәүештә совет кинохроникаһына оҡшатып төшөргән. Шулай Өфөнән 16 йәшлек үҫмер Артур Зәйнетдинов һуғыш йылдарына арналған пластилин анимацияһы менән шөғөлләнә башлаған. Быйылғы 9-сы май ғәҙәти булмаған Еңеү көнө байрамы кеүек ил тарихында ҡаласаҡ.
Хатта, быйылдан яңы йолалар ҙа барлыҡҡа килер. Фотоһүрәттәр күргәҙмәһе мәҫәлән, кисектерелгән, әммә, туҡтатылмаған. Бынан тыш, авторҙар коллекцияһын китап форматында баҫтырырға