Республикала битлек режимы

Тулыраҡ: Республикала битлек режимы

4 майҙан Башҡортостанда битлек режимы индерелде. Был турала 30 апрелдә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткәйне. Хәҙер йәмәғәт урындарында битлек һәм бирсәткәлә йөрөү мотлаҡ. Халыҡ битлектәрҙе дарыуханаларҙан һатып алыу мөмкинселегенә эйә була алырға тейеш, — тине республика етәксеһе. Өлкәненән алып кескәйҙәргә тиклем бирсәткәлә.

Ҙур магазин селтәрҙәрендә бушлай вирустан һаҡланыу әйберҙәрен тараталар. Был супермаркеттың хеҙмәткәрҙәре һатып алыусыларҙы контролдә тота. Барыһы ла мотлаҡ рәүештә битлек режимын тоторға тейеш, ти улар. Йәмәғәт транспорты менән ҡулланыусы водитель һәм пассажирҙарҙы Дәүләт транспорт комитеты тикшерә.

39-сы маршрут ҡала үҙәгенән алып Һупайлыға тиклем бара. Водитель әйтеүе буйынса, салонда ғәҙәттә биш кешенән артмай, тәртипте кондуктор контролдә тота. Тик ҡайһы берҙә автобус водителдәре үҙҙәре лә режимды үтәмәй. Мәҫәлән, Ошондай һәр осраҡ өсөн дәүләт транспорт комитеты акт төҙөлә.

Беренсе тапҡыр эләккәндәргә киҫәтеү яһала, һуңынан штраф һалына. Быйыл ирекмәндәр Георгий таҫмаһы акцияһын бушлай битлек таратыу менән берләштерергә булған. Сара „МАСКАВПОМОЩ„ хештегы менән Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Мәләүез, Ишембай ҡалаларында уҙҙы. Ике көн эсендә республиканың алты ҡалаһына 50 меңдән ашыу медицина битлеге таратылған.