14 ғинуарҙа үткән “Дуҫлыҡ сылбыры Яңы йыл байрамы”нда ҡатнашыусы бәләкәстәрҙең тап шулай. Сылбырҙың һәр өлөшөндә уларҙың хыялы яҙылған ине.
9 йәшлек София Буркина күренекле сәхнә йондоҙҙары – Вилдан Яруллин һәм Асҡар Абдразаҡов менән бер сәхнәлә сығыш яһарға теләүе тураһында яҙа. Уның был хыялы апрельдең һуңғы көндәрендә тормошҡа ашты. Ул кумирҙары менән бергә Башҡортостан дәүләт концерт залы сәхнәһендә Бөйөк еңеүгә арнап яҙҙырылған “Жить” йырын йырланы.
Йырҙың премьераһын тамашасылар иртәгә Башҡортостан концерт залының You-tube каналында ҡарай ала. Уны Хәлил Хәмзин башҡорт теленә тәржемә итә, был өлөшөн Вилдан Яруллин һәм Премьер төркөмө егеттәре башҡара. Клипта шулай уҡ Башҡортостан дәүләт концерт залы коллективтары, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары, студенттар.