Ҡомартҡы-көндәлек серҙәр аса

Тулыраҡ: Ҡомартҡы-көндәлек серҙәр аса

Совет армияһының еңеүе һәм Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы менән Икенсе донъя һуғышының тамамланыуын фронттағы яҡташтарыбыҙ 8 май кисендә үк ишетә. Был турала Кәлимуллиндар ғаиләһендә табылған ҡомартҡы – Һалдат көндәлеге һөйләй. Көндәлекте Шәриф Кәлимуллин яуға киткән тәүге көнөнән алып кире әйләнеп ҡайтҡанына тиклем алып барған.

Рөстәм Кәлимуллин көндәлектә яҙылған һәр ваҡиғаны иҫе китеп уҡый.Ҡартатаһын, Шәриф Нәби улы Кәлимуллинды иҫән сағында ул бөтөнләй башҡа кеше итеп белә. Ә серле көндәлекте ололар ныҡ йәшереп һаҡлаған.

Шәриф Кәлимуллин Учалыла тыуып үтҫә. Үҫмер ваҡытында уҡ колхоздың бригадиры вазифаһында эшләй. 18 йәшендә үҙ теләге фронтҡа китә.

Һәр ваҡыт алдынғылыҡта йөрөгән һалдатҡа тәүге айҙарҙа уҡ сержант званиеһын бирәләр, аҙаҡ ул взвод командиры ярҙамсыһы була. Фронтта лейтенанттар курсын үтеп, еңеү көнөн миномет ротаһы командиры вазифаһында ҡаршылай. Көндәлегенә бөтә булған мөһим ваҡиғаларҙы теркәп бара. 42-енең 16 декабрендә Донда тәүге ҡаты алышта ҡатнашыуын да, ай ярым үткәс тәүге тапҡыр яраланыуын да теркәй. Үҙе иҫән сағында был турала бөтөнләй һөйләмәһә лә, ейәне Рөстәм Кәлимуллин ҡартатаһының һәм ҡартинәйенең араһында булған оло мөхәббәт тураһында яҡшы белә.

Көндәлек менән бергә табылған Ҡөрьән сүрәләренең ҡайһы берҙәрен ҡартатайым үҙе менән һуғышта алып йөрөгәндер, тип фаразлай Рөстәм. Уның әсәһе имсе булыуы менән билдәле. Улының иҫән ҡайтыуын теләп доғалар уҡыуы тураһында ғаиләлә хәтирәләр һаҡлана. Көндәлектең тышлығы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Яҙмалар рус, башҡорт, хатта урыны менән венгр телендә. Һуңғыһы — һуғыш тамамланыу менән Шәриф Нәби улының Венгрияла хеҙмәт итеүе һөҙөмтәһе. Шулай уҡ яугир латин һәм кирилл графикаларының икеһен дә ҡуллана. Уң ҡулы яраланғас та ул көндәлек тотоуын ташламай. Һул ҡулы менән яҙырға өйрәнеп ала. Рөстәм Кәлимуллин ҡартатаһының көндәлеген өйрәнеүен дауам итә. Тормошоноң ҡайһы бер өлөштәре беҙҙең өсөн сер булып ҡала, уларҙы асаһы бар әле, ти ул.

Көндәлек биш йыл дауамында һалдат менән бергә фронтта булып, уның һуғыш яландарында кисергән бөтә ваҡиғаларын түкмәй-сәсмәй ейәндәренә, бүләсәләренә еткерә. Китап донъя күреү менән бөтә кешеләр ҙә мәғлүмәтте белә аласаҡ. Бәлки тап ошо көндәлектәге яҙыуҙар башҡа ғаиләләргә үҙ туғандары тураһында яңылыҡ та алып килер.