Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылында йәшәүселәр ҙә Еңеү көнөнә арнап буш торған биналарҙың стеналарын биҙәгән. Һүрәттәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының мөһим осорҙары һынландырыла.
Һүрәттәр Советтар Созы ҡалалары араһынан беренсе булып, 1941 йылдың 22 июне таңында немец һалдаттарының ҡаты һөжүмен ҡабул иткән Брест ҡалаһы ҡәлғәһе, оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған Ленинград блокадаһы, бихисап яҡташтарыбыҙ ғүмерен ҡыйған Сталинград һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышындағы төп һәм иң ҡаты алыштарҙың береһе Курск дуғаһы һуғышы һәм Бөйөк Еңеү көнө тураһында һөйләй.