Баймаҡ ҡалаһында яңыраҡ күренекле яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы генералы Миңлеғәле Шайморатовтың портреты барлыҡҡа килде. Ул үҙәк урамдың бер биҙәге хәҙер. Портреттың авторы менән хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева таныштыра.
Ел-ямғыр ҙа, хатта ваҡыты менән ябалаҡлап яуған ҡар ҙа Йылым ауылы егете Фәнис Ҡормашевты башлаған эшенән айыра алманы. Сәнәғәт альпинисы Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев проспектында урынлашҡан 17-се йорт стенаһына Рәсәй Геройының портретын төшөрөүгә бар ихласлығын һалды.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов ҡаланың 4-се мәктәбе уҡытыусыларын, уҡыусыларын тиҙҙән көн дә ҡаршы алып, оҙатасаҡ. Урамға сыҡҡан һәр кем дә уның портретына ҡарап, һоҡланып үтә.
Ҡаланың күп ҡатлы йорттарында күренекле шәхестәрҙе һынландырыу ниәте күптән бар. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап тағы ла бер нисә хәтер портреты барлыҡҡа киләсәк.