Иртәгә йылдың иң мөһим даталарының береһе — Бөйөк Еңеү көнө. Был байрамды беренсе тапҡыр ил халҡы өйҙә билдәләй. Өфөлә үтәсәк парадты тик онлайн рәүештә күҙәтергә мөмкин. Шулай уҡ халыҡ телевизор һәм интернет киңлектәре аша тарихи ваҡиға шаһиты ла була ала. 9 май көнө Миңлеғәле Шайморатовтың юғары Дәүләт наградаһы “Алтын йондоҙ” миҙалы республиканың Милли музейына тапшыраласаҡ. Теманы Нәркәс Йосопова дауам итә.
Ретро мотоциклдар һәм Совет осорондағы автомобилдәр. Был хәрби техникаларҙың барыһы ла 9 май, сара барышында күрһәтеләсәк. Һуғыш афәтен йәнләндереүсе техника Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ» миҙалын ҡаршы алырға йәлеп ителгән. Бөйөк Еңеү көнө быйыл халыҡ күңелендә, айырыуса, һаҡланып ҡалыр, тип көтөлә.
Миңлеғәли Шайморатовтың юғары наградаһын 9 май көнө Мәскәүҙән махсус рейс менән алып киләләр. Тантаналы сара «Өфө» аэропортының осоу-ултырыу һыҙатынан уҡ башлана.
Парадта ҡатнашыусылар һаны сикле һәм уларҙың һәр береһе махсус битлектә ҡатнаша.
“Алтын Йондоҙ” миҙалын Рәсәй Геройы Николай Злобин ҡаршы аласаҡ. Билдәле булыуынса, Николай Злобин хеҙмәт иткән отряд Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөтә.
Генерал-майорға Рәсәй Геройы исемен мәңгелләштереү тураһында Указға Владимир Путин быйыл март айында ҡул ҡуйғайны. “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән хәрби колонна Бөйөк Еңеү көнөндә башҡаланың үҙәк урамдарын үтеп сыҡҡас, Совет майҙанына юлланасаҡ. 1942-се йылдың март айында тап ошо урында халыҡ легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын тантаналы рәүештә фронтҡа оҙатҡан. Шуға ла көтөп алынған юғары награда ла тарихи урында Милли музейға тапшыраласаҡ. Ҙур сарала, быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветеран һәм республика халҡы ҡатнашмай.
Сараны теләгән һәр кем онлайн рәүештә ҡарай аласаҡ. Тура эфир “Башҡортостан 24”, “Башҡорт юлдаш телевидениеһы”, “Вся Уфа” телеканалдарында һәм интернетта Ютуб каналында барасаҡ.