“Хәтер” акцияһы

Тулыраҡ: “Хәтер” акцияһы

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы бөтә Рәсәй буйлап “Хәтер” акцияһы үтте. Был изге эшкә беҙҙең республика ирекмәндәре лә дәррәү ҡушылды. Улар һуғыш ветерандарының йорт-ҡураларын рәтләне, баҡса эштәре менән булды. Нуғай ауылында урынлашҡан был йорт алды бер нисә көн элек буш ине.

Ирекмәндәр ихата алдына төрлө ағас төптәрен ултыртырға хәл итә. Әлбиттә, бер кем дә ҡағиҙәне боҙмай, һәр береһе мотлаҡ битлектә һәм бирсәткәлә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Муса Йосопов йәшәгән йорт алдын хәҙер йүкә, энәлек, сирень, миләш ағастары биҙәй.

Йыл һайын оло йәштәгеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәрҙең артыуы ҡыуандыра. “Хәтер” акцияһына быйыл шулай уҡ Гандбол клубы уйынсылары ла ҡушылды. Бөйөк Ватан һуғышы ветараны Муса Йосоповҡа 95 йәш. Ул 1943-сө йылда һуғышҡа алынып, Курск дуғаһында тәүге алышын башлай. Кишинев, Будапешт, Белград ҡалалары өсөн һуғыша.

Сербияла немец автоматсылар төркөмөн юҡ итә. Берлиндан утыҙ саҡрым алыҫлыҡта ҡаты яраланып, Грузияға дауаланыуға оҙатыла. Быйыл “Хәтер” акцияһы бөтә Рәсәй буйлап уҙғарылды. Оло кешеләр тормош мәғәнәһен аралашыу бәхетенән таба. Шуға ла ирекмәндәрҙең ветерандарға йорт эштәрендә ярҙам итеүҙәренән тыш, улар менән аралашыуы оло баһаға лайыҡ.