Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл

Тулыраҡ: Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл

Бөтә ил Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 75 йыллығын билдәләне. Пандемия сәбәпле Еңеү көнө быйыл үҙенсәлекле форматта үтте. Ветерандар йәшәгән йорттар янында парадтар, онлайн-форматта “Үлемһеҙ полк” акцияһы, балкондарҙа музыкаль флешмоб.

Һәм легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың Рәсәй Геройы йондоҙо – Башҡортостанға ҡайтты. Ниһәйәт, 72 йылдан һуң тарихи ғәҙеллек тантана итте. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Рәсәй Геройы йондоҙо Башҡортостанда.

Юғары награданы Өфө аэропортында ҡаршы алғандан һуң, хәрби техника оҙатыуында баш ҡала урамдары буйлап үтеп, Совет майҙанында тантаналы рәүештә республика башлығы Радий Хәбиров ҡабул итте. Артабан “Алтын йондоҙ”ҙо Радий Хәбиров шәхсән үҙе Республика Милли музейына алып барып, мәңгелек һаҡлауға тапшырҙы.

Шулай уҡ, төбәк башлығы Еңеү паркында Советтар союзы геройҙары һәм тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәлдәренә сәскә һалыу тантанаһында ҡатнашты. Башҡортостандың башҡа район-ҡалаларында ла Еңеүҙҙең 75 йыллығына арналған саралар үтте.

Баймаҡта ла һуғыш йылдарындағы хәрби техника менән ҡала буйлап үтеп, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын йорттары янына барып ҡотланылар. Ә Ҡариҙел урамдарында легендар Т-34 танкын күрергә мөмкин ине. Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе “Үлемһеҙ полк” акцияһын ойошторған.

Ул газель автомобиленә яҡташ фронтовиктарының фоторәсемдәрен, флагтар урынлаштырып, музыка уйнатып бөтә ауыл буйлап йөрөп сыҡҡан. Әйткәндәй, быйыл “Үлемһеҙ полк” акцияһы үҙенсәлекле форматта үтте. Пандемия сәбәпле ул инернет киңлектәренә күсте.

Теләгән һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарының рәсемдәрен һәм улар тураһындағы мәғлүмәтте махсус сайтҡа урынлаштыра алды. Ә ҡайһы берәүҙәр фронтовиктарҙың фотоларын йорттарҙың тәҙрәләренә лә ҡуйҙы. Шулай уҡ, балкондарғы сығып, Өфөнөң күп ҡатлы йорттарында йәшәүселәр бергәләшеп, Еңеү көнөнә арналған йырҙар башҡарҙы.

Музыкаль флешмоб ветерандар йәшәгән йорттарҙың ишек алдында ла ойошторолдо. Махсус улар өсөн генә ҡуйылған концертты өлкәндәр тәҙрәләре аша күҙәтте. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәсим Зөлҡәрнәевтың күкрәге тулы орден-миҙалдар. Вариҫтары хәүфһеҙлек сараларын күҙәтеп, уны ҡотлап үттеләр.

Әлбиттә, быйылғы Еңеү көнө башҡаларынан айырылып торҙо. 75 йылға тәүге тапҡыр ветерандар бергә йыйылманы. Шулай ҙа, замандаштарыбыҙ ҡулынан килгәнсә, беҙгә үҙ ғүмерҙәрен аямай тыныс күк йөҙө бүләк иткән ҡаһармандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә ихтирам һәм оло хөрмәт күрһәтте.