Республиканың апитерапия үҙәге лә Рәсәйҙең ветерандар союзы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 889 ветеранды ҡотлап үтте. Уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, бүләккә бал тапшырҙы үҙәк директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов.
Сувенирҙар Бөйөк Ватан һуғышы символикаһы, Еңеү паркынан күренештәр һәм генерал Шайморатовтың портреты менән биҙәлгән. Ә 228 килограммлыҡ йүкә һәм сәскә балы Нуриман, Архангель, Ишембай һәм Ғафури райондарынан алып киленгән.