Рәсәй Башҡортостан, Башҡортостан 24 телеканалдары иғлан иткән “Уйна, гармун” конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү бара. Теләгән һәр кем ГТРК.тв сайтына инеп, конкурсҡа ебәрелгән музыкаль номерҙарҙы ҡарап, баһалай ала.
Әйткәндәй, республиканың бөтә райондарынан, шулай уҡ Татарстан республикаһынан, Пермь, Ырымбур, Ектеринбургтан, Себер тарафтарынан видеояҙмалар килде.
Оҡшаған баянсы-гармунсығыҙҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, дуҫтар. Тауыштарҙы 15 майға тиклем ҡалдыра алаһығыҙ. Еңеүсене шәп бүләк — газон сапҡыс көтә.