Өфөлә бөгөн илдең нефть һәм газ сәнәғәте тармағында именлек юлдары өйрәнелә

Тулыраҡ: Өфөлә бөгөн илдең нефть һәм газ сәнәғәте тармағында именлек юлдары өйрәнелә

Ил кимәлендәге семинар бөгөнгө шарттарҙа айырыуса әһәмиәтле. Техник күҙәтеү буйынса Федераль ведомство етәкселеге хәүефле сәнәғәт обьекттары эшмәкәрлеген камиллаштырыуға бәйле үҙ тәҡдимдәрен дә әҙерләгән. Рәсәй техник күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы күсмә ултырышы тәү сиратта нефть һәм газ тармағы комплексында именлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Илдең төп иҡтисади нигеҙе тап ошо өлкәләргә бәйле икәнлеген иҫәпкә алғанда, бөгөнгө ултырыш айырым әһәмиәткә эйә. Субьектатрҙа техноген катастрофалар күп теркәлмәһә лә, ҡара алтын һәм тәбиғи яғыулыҡ табыу, сығарыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән предприятиеларҙа авариялар булып тора. Республикала былтыр, мәҫәлән, ошондай биш осраҡ теркәлгән. Илдең техник күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Алексей Алешин һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн төп бурыстар иселегендә бәләне ваҡытынан алда иҫкәртеү тәүге урындарға сығарылырға тейеш. Нефть һәм газ сәнәғәте комплексында сәнәғәт хәүефһеҙлегенә бәйле кәңәшмәне Башҡортостанда уҙғарыу ҙа осраҡлы түгел, ти белгестәр. Республиканың Рәсәйҙә иҡтисади йәһәттән иң көслө ун субьекты араһында булыуы, ысынлап та хәүефһеҙлеккә лә етди иғтибар кәрәклеген билдәләй. Донъялағы сәйәси үҙгәрештәр, террор ғәмәлдәренең йыш ҡылыныуын да оноторға ярамай, тигән фекерҙә төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов. Рәсәй техник тикшереү хеҙмәтенең Өфөләге кәңәшмәһе ике көн барасаҡ. Нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһе белгестәре бер-нисә мәсьәләгә ныҡлы анализ бирергә тейеш. Улар араһында хоҡуҡи ҡануниәткә бәйле тәҡдимдәр ҙә бар.