Өфөлә «Белемле ҡала» конкурсы үтәсәк

Тулыраҡ: Өфөлә «Белемле ҡала» конкурсы үтәсәк

Ул «Башҡортостан халыҡтары телдәре» тураһындағы закондың башҡалала нисек үтәлешен тикшереүгә арнала. Ошо йәһәттән төрлө рейдтар ойоштороласаҡ, алтаҡталарҙа башҡортса һәм русса һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышына айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. «Белемле ҡала» конкурсы сиктәрендә предприятиеларға, ойошмаларға ғәмәли ярҙам да күрһәтеләсәк.