Өфөгә опера йырсыһы Дмитрий Хворостовский килде

Тулыраҡ: Өфөгә опера йырсыһы Дмитрий Хворостовский килде

Иртәгә ул танылған яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов менән бергә хәйриә концерты бирәсәк. Унда йыйылған аҡса — етем, ауыр сиргә юлыҡҡан, шулай уҡ ишле ғаиләләрҙәге балаларға тәғәйенләнә. Концерт Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында була. Был сараға Рәсәйҙең балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Павел Астаховтың килеүе көтөлә. Ә бөгөн Дмитрий Хворостовский буласаҡ йырсыларға оҫталыҡ дәрестәре бирә. Маэстро менән Өфө дәүләт сәнғәт академияһы һәм Өфө сәнғәт училищеһы студенттары осраша.