Һәр бер эшсе респиратор һәм бирсәткә кейеп йөрөргә тейеш булһа ла, күптәр был ҡағиҙәне үтәмәй. Шуның өсөн дә күҙәтеү органдары профилактик рейдҡа сыҡты. Ике ир-егет төҙөлөш люлькаһында битлекһеҙ һәм каскаһыҙ йорттоң тышын матурлай. Уларҙың араһында дистанция ла метр ярым түгел. Санитар ғына түгел, хеҙмәт хәүефһеҙлеге сараларын да үтәмәүҙәре күренеп тора. Шуға күҙәтеү органдарының тап бында килеүе лә аптыратмай. Һаҡсы етәксеһен эҙләгәнсе, люлькалағы эшселәр ҡасып өлгөрҙө. Һуңғараҡ прораб килеп сыҡты, ул тикшереүселәрҙе йылмайып ҡаршы алды һәм уларға ҡулын һуҙҙы.. Төҙөлөш майҙансығына бер ҡаршылыҡһыҙ индерҙеләр. Әммә башҡа кейергә каска тәҡдим итеүсе булманы. Прораб антисептиктарҙы күрһәтте.
Эшселәргә битлектәр таратабыҙ, тик уларҙы берәү ҙә кеймәй, ти ул. Төҙөүселәрҙең йәшәгән урыныда ла санитар ҡағиҙәләр үтәлмәүе асыҡланды. Подрядчикка административ штраф һалынасаҡ. Ә Өфөнөң башҡа ҙур төҙөлөш майҙандарында бөтөнләй икенсе күренеш. Бында ваҡытлыса талаптарға етди ҡарашталар. Бөтәһе лә битлектә һәм бирсәткә кейгән. Динар Уйылданов әйтеүенсә, битлек йәки респиратор туҙандан һаҡлай, бирсәткәләрҙе лә төҙөүселәр ғәҙәти эш көнөндә лә кейгән. Тик бына дистанция һаҡлауы ҡыйыныраҡ, ти ул. Объекттарҙы ваҡытында тапшырыр өсөн, подрядчиктар барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын үтәргә риза. Әммә күренеүенсә, яңы талаптарҙы бөтәһе лә үтәмәй. Шуға ошондай рейдтар артабан да дауам итәсәк.