Рәсәй Башҡортостан, Башҡортостан 24 телеканалдары эфирҙарында уҙған “Уйна гармун” конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү дауам итә.
Теләгән һәр кем ГТРК.тв сайтына инеп, конкурсҡа ебәрелгән музыкаль номерҙарҙы ҡарап, баһалай ала. Әйткәндәй, республиканың бөтә райондарынан, шулай уҡ Татарстан республикаһынан, Пермь, Ырымбур, Ектеринбургтан, Себер тарафтарынан видеояҙмалар килде. Күңелегеҙгә хуш килгән баянсы-гармунсығыҙҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Тауыш биреү 15 майға тиклем бара.