Өфөлә парк һәм скверҙар асылды

Тулыраҡ: Өфөлә парк һәм скверҙар асылды

Башҡортостан халҡы яйлап үҙизоляциянан сыға башланы. Өфөлә парк һәм скверҙар асылды, ҡайһы бер магазиндар эш башланы. 12 майҙан эшкә сыҡҡан ата-әсәләрҙең балалары өсөн балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр асылды. Бының өсөн ғариза менән мәғариф бүлегенә йә иһә баҡсаның етәксеһенә мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Тик баланың сәләмәт булыуы хаҡында белешмә талап ителә.Быға тиклем бөҙрәханаларға, оптика салондарына асылырға рөхсәт ителгәйне. Аҙна башынан айрым инеү урыны булған магазиндар ҙа эш башланы.