Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүҙәрҙе кисектереп торған өсөн пеня һалынмай. Штраф санкцияларына мораторий киләһе йылдың ғинуар айына тиклем дауам итәсәк. Был урындағы халыҡҡа финанс йөкләмәләрҙе еңеләйтеү йәһәтенән эшләнә. Һуңғы ике аҙна дауамында Гагарин урамындағы был йортта капиталь ремонт эшләнә. Йорт старостаһы әйтеүенсә, бында йәшәгән кешеләр ай һайын капиталь ремонт өсөн иғәнә һалып барған. Квартплата менән квитанциялар ҙа ваҡытында түләнгән.
Әммә мәжбүри үҙаллы изоляция мәлендә, килемен юғалтҡандар ҙа бар. Был йәһәттән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүҙәрҙе кисектереп тороу – ҙур ярҙам. Өҫтәүенә, кешеләр өйҙә ултырғанға күрә, электр энергияһы менән һыуҙы күберәк ҡуллана, шуға квитанцияларҙағы суммалар ҙа артҡан. Ә бына юридик шәхестәрҙең, киреһенсә, түләүҙәре кәмегән. Бер яҡтан түләүҙәрҙең артыуы, икенсе яҡтан килемдең кәмеүе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәргә кире йоғонто яһаған.
Рәсми мәлүмәттәргә ярашлы, республика буйынса түләүселәрҙең һаны 15 процентҡа кәмегән. Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн иҫәпләшмәгәнгә пеня һалынмай. Штраф санкцияларына был мораторий киләһе йылдың ғинуар айына тиклем ғәмәлдә. Йыйылған бурыс өсөн коммуналь хеҙмәттәрҙе туҡтатырға ла ярамай. Шулай уҡ, халыҡҡа уңайлыраҡ булһын өсөн, торлаҡҡа һәм комуналь хеҙмәттәрен түләүгә бәйле субсидиялар автомат рәүештә оҙайтыла. Был сара 1 октябргә тиклем дауам итәсәк.