30-ға яҡын белем усағы үҙ ишектәрен асасаҡ

Тулыраҡ: 30-ға яҡын белем усағы үҙ ишектәрен асасаҡ

„Демография„ милли проекты сиктәрендә республикала йыл аҙағында 30-ға яҡын белем усағы үҙ ишектәрен асасаҡ. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 2 миллиард һум самаһы аҡса бүленә. „Демография" милли проекты сиктәрендә Өфө районының Михайловка ауылында быйыл 800 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм мәктәп барлыҡҡа киләсәк. Был социаль объектты халыҡ күптән көтә.Көндә майҙанда 200-гә яҡын кеше һәм 13 берәмек техника эшләй. Бинаның стеналары төҙөлөп бөткән тиерлек. Класс һәм спорт залының урыны ла билдәләнгән. Төҙөүселәр мәктәптең эске яғында ла эш башлаған. Стеналарҙы тигеҙләйҙәр, иҙән түшәйҙәр, электр сымдары һуҙалар. Информатика кабинеты ла әҙер тиерлек, компьютер өҫтәлдәре лә ҡуйылған. Объекттың хаҡы яҡынса 800 миллион һум.

Балалар баҡсаһы менән берләштерелгән мәктәпте быйыл ноябрҙә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр. Шулай уҡ көҙөн Алексеевка ҡасабаһында 220 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла эш башлай. Әле иһә тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре бара. Был проекттың хаҡы – 160 миллион һум. Башҡортостанда социаль объекттар төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Пандемияға ҡарамаҫтан, белем биреү учреждениеларын билдәләнгән ваҡытҡа төҙөп бөтөргә вәғәҙәләйҙәр.