Башҡортостан халҡы яйлап үҙизоляциянан сыға

Тулыраҡ: Башҡортостан халҡы яйлап үҙизоляциянан сыға

Өфөлә парк һәм скверҙар асылды, ҡайһы бер магазиндар эш башланы. Ә урамда йөрөүселәргә талаптар ҡатыланды.

Айҙан ашыу бикле торған парктар, ниһәйәт, асыла башланы. Тимәк, сәскәле аллеяларҙа йөрөргә һәм велосипедтарҙа елдерергә мөмкин. Иртән паркта хаҡлы ялдағылар һәм йәш әсәйҙәрҙе йыш осратырға була. Барыһы ла тиерлек битлек, бирсәткә кейгән.

Үҙизоляцияның күп ваҡытын балалар менән ауылда үткәрҙем, ти Анастасия Ульданова. Өфөгә ул парктарҙа йөрөргә рөхсәт ителгәс кенә ҡайтҡан. Парк һәм скверҙар менән бер рәттән ҡайһы бер ойошмалар, предприятиелар ҙа эш башланы. Йәмәғәт транспорты ғәҙәти режимға ҡайтанан күсте.

Айрым инеү урыны булған магазиндар асылды. Ата-әсәләр эшкә сыҡҡан һайын, балалар баҡсаларында балалар һаны ла арта. Республикала әле 363 дежур балалар баҡсаһы эшләй. Бәләкәстәрҙе өлкәндәр ишек алдына тиклем генә килтерә. Төркөмгә үткәнсе кескәйҙәрҙең температураһын үлсәйҙәр, ҡулдарын дизенфекциялайҙар.

Был талаптар март аҙағынан алып ғәмәлгә ашырыла. Өфөнөң өсөнсө балалар баҡсаһы бөтөнләй ябылмай. Әле бында өс төркөм эшләй. Һәр береһендә 15-әр бала. Изоляция режимы бер аҙ йомшартылһа ла, санитар талаптар көсәйҙе. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа һаҡлыҡ сараларын үтәмәүселәр өсөн штрафтарҙы күҙ уңында тотҡан закон проекты ла эшләнгән.

Режимды тәүге тапҡыр боҙған өсөн – 3 мең, икенсе тапҡырға – 5 мең, вазифалы кешеләргә – 15 мең һум штраф ҡаралған. Хәҙер битлектәргә март айындағы кеүек ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Республиканың ҡала-райондарына 135 мең битлек ебәрелгән. Өфөлә уларҙы ҡайһы бер туҡталыштарҙа бушлай ҙа тараталар.