Быйылғы сар айырыуса ҙур иғтибар менән уҙа. Илдең буласаҡ һаҡсыларының сәләмәтлеге генә тикшерелеп ҡалмай, улар коронавирусҡа тест тапшыра.
Хәрби комиссариатҡа эләгер өсөн буласаҡ һалдаттар тәүҙә тән температураһын тикшертеп, ҡулдарын химик шыйыҡса менән эшкәртә. Мотлаҡ рәүештә ул һуңғы арала сит илдәрҙә булмауы һәм короновирус йоҡтороусылар менән бәйләнешкә инмәүе тураһында ғариза яҙырға тейеш.
Шунан һуң ғына буласаҡ һалдатҡа медицина тикшереүен үтергә рөхсәт ителә. Бүлмәгә йәмғеһе, 15 кеше инә ала. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тейешле дистанция һаҡлап, табиптарға сиратлап үтергә бурыслы. Сәнғәт училищеһы студенты Азамат Фәйзуллин әлегә әрмегә барыуҙан кисектерелһә лә, медицина тикшереүен үтергә килгән.
Тыуған илгә хеҙмәт итеү вирусҡа ҡарағанда мөһимерәк, ти егет. Коридорҙа ла хәрби хеҙмәткә саҡырыусылар дистанция һаҡлай. Битлек һәм бирсәткәләрҙе иһә тейешле комиссия үткәндә генә сисергә мөмкин. Медицина комиссияһын үтеп, хәрби хеҙмәткә саҡырыусының һаулығы яҡшы тип билдәләнһә лә, ул мотлаҡ рәүештә короновирусҡа анализ тапшырырға тейеш.
Һөҙөмтәһе дүрт көн эсендә әҙер була. Хәрби комиссариатта карантин иғлан ителгән осраҡта ла егеттәрҙе әрмегә оҙатыу туҡтатылмаясаҡ. Быйыл һалдаттарҙың тәүге төркөмө әрме сафына ике аҙнаға һуңғараҡ саҡырыла. Республиканан биш меңгә яҡын егет хәрби хеҙмәткә алына.