“Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы тапшырыуҙарын хәҙер мобиль ҡушымталар аша ла ҡарарға мөмкин

Тулыраҡ: “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы тапшырыуҙарын хәҙер мобиль ҡушымталар аша ла ҡарарға мөмкин

Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы тамашасыларына тағы ла яҡыныраҡ. Ошо көндәрҙә мобиль телефондар өсөн өр-яңы ҡушымта барлыҡҡа килде. Хәҙер беҙҙең медиа-холдингтың продукттары бер урында тупланған. Теләгән һәр кем “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының да рәсми ҡушымтаһын телефонына күсереп ҡуя ала.

Бының өсөн ни бары Play маркетта “ГТРК Башкортостан” тип яҙып, табырға ғына кәрәк. Әйткәндәй, ҡушымтаны эшләүҙә Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү колледжының алдынғы белгестәре ҡатнашҡан. Ҡушымтаның уңайлығын тамашасыларыбыҙ баһалап та өлгөргән.

Сөнки ысынлап та, смартфонға урынлаштырылғандан һуң, бер баҫыуҙа ҡушымтаны асып, ҙур медиа даирәгә инеп китәһең. Ҡушымтаны асыу менән “Башҡортостан 24” калалының трансляцияһы башлана. Ул республикала юғары сифатта, HD форматта тәүлек әйләнәһенә эшләгән берҙән-бер канал.

Уңайлыҡ өсөн, шунда уҡ, “Башҡортостан 24” калалының тапшырыуҙар теҙмәһе менән дә танышырға була. Башҡорт һәм рус телендәге хәбәрҙәрҙе ҡарап һәм радиоэфирҙарҙы тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, һеҙ унда үҙегеҙ ҙә ҡыҙыҡлы яңылыҡ менән бүлешә алаһыҙыҙ. Өҫтәүенә, ҡушымта аша тура эфирға ла шылтыратырға мөмкин. Әлегә был ҡушымта андроит платформаһында эшләгән телефондарға тәғәйенләнә, оҙаҡламай iOS өсөн дә барлыҡҡа киләсәк.