“Рәсәй-Башҡортостан” каналы иғлан иткән “Уйна гармун” телевизион ярышы аҙағына яҡынлаша.
Сама менән ай ярым дауам иткән ярышҡа Башҡортостан тамашасылары ғына түгел,ә Рәсәй субьектатрында йәшәгән оҫта ҡуллы гармунсылар ҙа теләп ҡатнашты. Улар ебәргән видеояҙмалар һаны ярты меңдән ашыу. Тап бөгөн, көндөҙгө 15 сәғәттә тауыш биреү тамамлана. Еңеүсене тап һеҙ билдәләйһегеҙ, мөхтәрәм йәмәғәт. Беҙҙең сайт ГТРК.ТВ.