Ошо хаҡта бөгөн республика һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров белдерҙе. Хөкүмәт ултырышының көн тәртибендә республикалағы демографик хәл торошо асыҡланды һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырыу, рәсми танылмаған мәшғүллекте иҫкәртеү саралары билдәләнде. Әле респубикала 240 мең кеше эш биреүсе менән рәсми килешеү төҙөмәй генә хеҙмәт итә. Бындай мөнәсәбәттәр сауҙа, ауыл хужалығы, төҙөлөш, транспорт, элемтә тармаҡтарында йыш ҡулланыла. Тимәк, бюджет тейешле иғәнәләр менән тулыланмай, хеҙмәткәр иһә социаль яҡлау сараларынан мәхрүм. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова был өлкә лә һәр осраҡ айырым саралар күреүҙе талап итә, тип белдерҙе. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты ҡыйырһытмай хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү мөһим. Кешеләрҙең үҙ хоҡуҡтарын ныҡлап өйрәнеүе лә көнүҙәк мәсьәлә. Башҡортостанда тыуым күләме кәмей, үлем осраҡтары киреһенсә арта. Тыуымға бала тыуҙырыу йәшендәге ҡатындар һанының кәмеүе сәбәпсе булһа, үлем артыуына ҡан-йөрөш органдары, онкология, туберкулез сирҙәре һәм тышҡы факторҙар йоғонто яһай. Быйыл табиптар юл фажиғәләренә тарыған 113 кеше ғүмерен ҡотҡарған. Был йәһәттән тиҙ ярҙам хеҙмәте исеменә есеменең тап килеүе мөһим. Республикала тиҙ медицина ярҙамының берҙәм селтәре шуны иҫәпкә алып ойошорола.
Башҡортостанда оҙаҡламай берҙәм тиҙ медицина ярҙамы селтәре барлыҡҡа киләсәк
Тулыраҡ: Башҡортостанда оҙаҡламай берҙәм тиҙ медицина ярҙамы селтәре барлыҡҡа киләсәк