Сара Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы планына ярашлы үткәрелә. Әле ҙур йылғалар туңмаған, ә күлдәрҙә һәм быуаларҙа боҙ ҡалынлығы уртаса 5 сантиметр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар бар. Өфө янындағы был күлдә унлаған балыҡсы ултыра. Белгестәр һыу объекттары тейешенсә туңмаған тиһәләр ҙә, улар үҙ ғүмерҙәре өсөн хафаланмай. Күлдә боҙҙоң ҡалынлығы уртаса 5 сантиметр. Шуға күрә, күмәк кеше бергә атлап барһа, боҙ шытырлап тора. Белгестәр әйтеүенсә, ноябрь-декабрь айҙарында боҙ йоҡа була. Айлыҡтың маҡсаты – йылға-күлдәрҙә кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү, балыҡсылар күпләп йыйылған урындарҙы асыҡлау. Еңел автомобиль үтһен өсөн боҙҙоң ҡалынлығы кәмендә 30 сантиметр, ә йөк машиналары өсөн 1 метр самаһы булырға тейеш.Кеше боҙ аҫтына төшөп китмәһен өсөн боҙҙоң ҡалынлығы кәмендә 10 сантиметр булырға тейеш. Ә был күлдә боҙҙоң ҡалынлығы 2 сантиметрҙан алып 7-8 сантиметрға тиклем. Әле күл ярында ла тороуы ҡурҡыныс, сөнки, боҙ ярыла.Белгестәр әйтеүенсә, бигерәк тә балыҡсылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Улар ҡомарын тыя алмайынса именлек тураһында онота. Мәҫәлән, йылға-күлдәрҙә боҙ аҫтына төшөп китмәҫ өсөн кешеләр арауығы 4-5 метр самаһы булырға тейеш. Был аҙна уртаһында төндәрен һалҡынайта, тип көтөлә. Белгестәр әйтеүенсә, бер нисә көн шулай дауам итһә, күл-быуаларҙа боҙ кеше йөрөрлөк булып туңасаҡ.
Башҡортостанда махсус айлыҡ башланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда махсус айлыҡ башланды