Балалары булған ғаиләләргә дәүләттең сираттағы ярҙамы

Тулыраҡ: Балалары булған ғаиләләргә дәүләттең сираттағы ярҙамы

Ил президенты Владимир Путин коронавирус пандемияһы шарттарында балалары булған ғаиләләргә дәүләттең сираттағы ярҙамы тураһында иғлан итте. Уларҙы алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза бирергә кәрәк. Башҡортостандан әлегә 53 мең кеше ғариза биреп тә өлгөргән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.

Татьяна АнискОва яңы түләүҙәрҙе алыуға ике көн ғариза бирә алмай ыҙалана. Тырыша торғас көскә ғариза бирҙем, ти ике йәшлек Машаның әсәһе.

Хәтерегеҙгә төшөрөп китәйек, март аҙағында Рәсәй Президенты Указына ярашлы, әсәлек капиталына хоҡуғы булған һәр ғаилә апрелдән июнгә тиклем бишәр мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Май айында ил башлығы был түләүҙәрҙе алыу өсөн өс йәшкәсә балаһы булған һәр кемдең хоҡуғы барлығын әйтте.

10 мең һумлыҡ финанс ярҙамды өс йәштән 16 йәшкәсә балалары булған ғаиләләр алыу хоҡуғына эйә. Һәр балағы дәүләт 10 мең һум аҡса бүлә. Дүрт бала атаһы Артур Ҡотлоғужин ғаризаны икенсе көнгә үк биргән.

Ғариза биреү өсөн Дәүләт хеҙмәте сайтында теркәлеү һәм пособие өсөн кәрәкле ғаризаны һайлап тултырыу ҙа етә. Шәхси кабинетығыҙға инеп балағыҙ тураһында мәғлүмәт тултыраһығыҙ. Акт номерын дөрөҫ яҙыу мөһим. Ата-әсәләрҙең ғаризалары 1 октябргә тиклем ҡабул ителә. Түләүҙәр 1 июндән күсерелә башлай.

Шулай итеп, мохтаж булған ғаиләләр июнь айында бер тапҡыр уртаса 33 мең һум аҡса аласаҡ. Пособиеларҙың барыһын да дистанцион рәүештә тултырыу мөһим. Өҫтәлмә рәүештә бер ниндәй ҙә белешмә һәм документтар кәрәк түгел.