Һалдат күле ҡош осмалы бейеклектән үҙенең хозурлығы менән һоҡландыра. Яҡутов паркын асҡас та, бында халыҡ ял итергә ағыла башланы. Бар яҡлап та был матурлыҡ камил кеүек, әгәр һыу аҫты ни хәлдә икәнен белмәгәндә. Парк хеҙмәткәрҙәре һыу ятҡылығын һуң таҙарта башланы, шуға күрә күл үлән менән ҡапланған.
Ә бына биологтар был хәлде хәүефле тип иҫәпләй. Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарын өйрәнеүсе Василий Мартыненко билдәләүенсә, ошондай бик күп ылымыҡтар күлдең бөтөнләй ҡороуына килтереүе ихтимал. Уның урынында һаҙлыҡ барлыҡҡа киләсәк.
Һыу ятҡылығы карсттан барлыҡҡа килгән. Был соҡор йылдар дауамында ер аҫтынан сыҡҡан шишмә һыуҙары менән тулыланған. Күл булараҡ 19-сы быуат уртаһында картаға индерелгән. Шул ваҡытта парк төҙөкләндерелә һәм күлдк һыу менән тулыландырыу өсөн торба ҡуйыла.
Ә бына ни өсөн Һалдат күле тип аталыуы әлегә тиклем билдәле түгел. Ололар һәйләүе буйынса яҡында ғына госпиталь урынлашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары яр буйында ял иткән. Ул замандарҙан эргә-тирәлә төҙөлөштәр күпкә артҡан. Яҡында ғына күп ҡатлы йорттарҙың төҙөлөүе лә үҙгәрештәргә килтерә, ти геологтар. Шуға ла күл һыуы кәмей.
Тәбиғәт ҡомартҡыһының үҙгәрештәр кисереүен контролдә тотор өсөн, карст бушлыҡтарын тикшереүсе хеҙмәт эшен ойоштору кәрәк. Шул ваҡытта ғына Өфөнөң үҙенсәлекле һәм тарихи ҡомартҡыһы – Һалдат күлен һаҡлап ҡалырға мөмкин.