Республикала коронавирус менән көрәш дауам итә. Ковид-лабораторияларҙың ҡеүәте көсәйтелә, анализ тапшырыу өсөн халыҡ күләме арттырыла. Бер нисә аҙнала тестар һанын тәүлегенә 7 мең 500-гә еткерергә ниәтләйҙәр. Был күрһәткес башланғыс этап менән сағыштырғанда 10 тапҡырға күберәк. Лабораторияларҙың эше беҙҙең хәбәрселәр күҙлегенән.
Анализ алыу оҙаҡ түгел, ә һөҙөмтә тик бер нисә сәғәттән генә әҙер буласаҡ. Һынау өсөн алынған өлгө шунда уҡ лабораторияға юллана.
Бында бер нисә Өфө дауаханаларынан һәм эргә-тирәләге ауылдарҙан килтерелгән анализдарҙы тикшерәләр. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш көнө 12, ҡайһы ваҡыт хатта 15 сәғәткә тиклем һуҙыла. Бер тәүлек әйләнәһенә улар 600-ләп өлгө тикшереп өлгөрә.
Һынау өсөн анализдарҙы бер туҡтауһыҙ алып киләләр – бер-бер артлы машиналар килә. Лаборанттар вахтанан ҡайтҡандарҙы ла тикшереп өлгөрә. Башта һәр өлгө маркировкалана, аҙаҡ уны тикшерә башлайҙар. РНК-һы айырып алынған вирус үлтерелә. Киләһе этап – тест системаһы. Тикшереү өсөн биш алым ҡулланыла. Улар барыһы ла Рәсәй ғалимдарының асышы.
Килтерелгән бихисап тестарҙы эшкәртеп өлгөрөү өсөн 2 смена эшләргә тура килә. Әле лабораторияла 13 хеҙмәткәр. Ирекмәндәр ҙә бар.
Республикала коронавирусҡа анализдарҙы 19 лабораторияла тикшерәләр. Әгәр бер ай элек кенә бер өлгөгә ике аҙналап ваҡыт китһә, хәҙер — бер тәүлек. Көн һайын 6 мең кешенең анализы өйрәнелә. Был илдәге иң юғары күрһәткестәрҙең береһе, уны тағы ла арттырып була.
Маҡсат – тәүлегенә 7.5 мең анализды тикшереү. Тестар һанын лабораторияларҙы түгел, ә күберәк хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү юлы менән арттырырға ниәтләй төбәк табиптары.