Пандемияға ҡарамҫтан төбәктә мөһим социаль объекттарҙы төҙөү дауам итә. Был йәйҙә онкологик диспансерҙа төҙөлөш тамамлана. Әле унда һуңғы эштәр башҡарыла. Бинала диагностикалау бүлеге, поликлиника һәм 250 урынға стационар урынлашасаҡ.
Был ҙур бинаны күреп төкәтмә генә, тип уйламаҫһың. Ысынлап та ул республика онкодиспанерының 6 ҡатлы хирургия корпусының дауамы, тағы ла 3 ҡатҡа юғарыраҡ. Күп ҡатлы бинала эскалатор урынлаштырыла, әле беренсе көйләү эштәре башҡарыла.
Эшселәр әле аҡлау-биҙәү эштәрен тамамлай. Бинаның дөйөм майҙаны 20 мең квадрат метр. Ҡорамалдарҙы һатып алыуға һәм төҙөлөш өсөн федераль һәм республика бюджетынан 2 ярым миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Яңы бинала диагностика бүлеге һәм поликлиника урынлашасаҡ.
3-сө ҡаттан 8-се ҡатҡа тиклем 250 урынлыҡ стационар ҡаралған. Палаталар 3 урынлы, һәр -береһендә душ һәм санузел бүлмәләре бар. Һәр койка ҡырында заманса махсус ҡоролма урынлашҡан.
Белгестәр тупланған. Табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре шул уҡ онкология диспансерынан. Ғәмәлдәге хирургия корпусы менән яңы бина араһында үткәүелдәр төҙөлгән һәм бина төҙөлөп бөткәс тә пациенттарҙың бер өлөшө яңы дауаханаға күсереләсәк. Объект июль айында тапшырыласаҡ. Киләсәктә дауахана биләмәһендә күп ҡатлы туҡталҡа һәм онкоүҙәктең яңы корпустары төҙөләсәк.