Ут менән һаҡ ҡыланығыҙ!

Тулыраҡ: Ут менән һаҡ ҡыланығыҙ!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Киҫкен хәлдәр менән идара итеү үҙәгенән килгән мәғлүмәт. Республикала ут менән хаҡһыҙ ҡыланыу осраҡтары арта.

17 майҙа Кушнаренко дауаханаһына 13 йәшлек үҫмерҙе алып киләләр. Ул мунса мейесенә тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсаны һибеп, тәнен яндыра. Әлеге мәлдә ул Өфөнөң 18-се дауаханаһына күсерелгән. Ә Стәрлетамаҡтан 25 йәшлек егет ҡулдан эшләнгән тутыҡҡа ҡаршы шыйыҡса менән автомобилен эшкәрткән ваҡытта ут ҡабыҙып, янғын сығара. Ҡотҡарыусылар халыҡты уяу, ут менән һаҡ эш итергә өндәй.