Башҡортостанда боронғо ҡурғандарҙың һәм изге урындарҙың сиктәре раҫланды. Урта быуаттарға ҡараған Турахан кәшәнәһе, алты яңғыҙ ҡурған һәм 21 ҡурған-ҡәберлектәрҙең хәҙер сиктәре рәсмиләштерелде.
Эштең төп маҡсаты — изге урындарҙы, әүлиәләрҙең ҡәберлектәрен ер һөргәндә, көтөү көткәндә емереүҙән һаҡлау. Күп ҡурғандар торбалар, сымдар үткәргәндә, юлдар һалғанда ла зыян күрә. Ҡара археологтар ҙа уларҙың юҡҡа сығыу сәбәпсеһе. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары федераль законына ярашлы, сиктәре рәсмиләштерелгәндән һуң был археологик ҡомартҡылар һәм улар урынлашҡан биләмә дәүләт милкенә инә һәм һаҡлана.