Пионерия көнө менән!

Тулыраҡ: Пионерия көнө менән!

Бөгөн тарихта - пионерия көнө. 98 йыл элек 19 майҙа Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһы һәр ерҙә пионер отрядтары төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. СССР-ҙа пионерия көнө совет уҡыусыларының төп байрамдарының береһе була. Пионерия көнө уҡыу йылының аҙағына тура килә һәм был көндә һәр кластың уҡыу һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалған, иң яҡшы пионер отрядтары иғлан ителгән һәм дәртләндерелгән. Ә кисен, ҙур итеп яғылған усаҡ эргәһендә гитараға ҡушылып пионерҙар патриотик, хәрби һәм туристар йырҙарын йырлаған.