Рейтингтарҙы “Медиалогия» компанияһы 2020 йылдың беренсе квартылына әҙерләгән. Башҡортостан дәүләт телерадиокампанияһы өҙөмтәләр килтереү буйынса республиканың бөтә медиаресурстары, шулай уҡ интернет баҫмалар һәм мәғлүмәт агенстволары араһынан икенсе урынды биләй. Беренсе урында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Башҡортостан телерадиокомпанияһы өҙөмтәләр килтереү буйынса рейтингтың адынғы рәтенә 2017 йылдың беренсе квартылында ла билдәләнгәйне. Рейтинг 56 меңдән ашыу сығанаҡ:телевидение, радио, гәзиттәр, журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет киң мәғлүмәт саралары ингән киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә төҙөлгән.