Өфөлә ҡаланы төҙөкләндереү буйынса әүҙем эштәр башҡарыла

Тулыраҡ: Өфөлә ҡаланы төҙөкләндереү буйынса әүҙем эштәр башҡарыла

Пандемия шарттарында ла парк һәм ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе тәғәйенләнгән ваҡытына тамаланыу ҡарала. Шәмбе өмәләре лә йола буйынса ойоштороласаҡ, тик бөтә санитар нормалар үтәлергә тейеш. Өфө Черниковкаһындағы ихата ҡырмыҫҡа ояһын хәтерләтә. Махсус техника, эшселәр, коммуналь хеҙмәткәрҙәре...

Оҙаҡламай бында “Башҡорт ихатаһы” программаһы сиктәрендә яңы яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр урынлаштырыласаҡ, асфальт түшәләсәк һәм ,әлбиттә, йортта йәшүселәрҙең оло хыялы – яңы балалар майҙансығы төҙөләсәк. Быйыл эштәр һуңғараҡ башланһа ла, ваҡытында тамамланасаҡ, тип ышандыра ҡала хакимиәте.

Өфөлә барыһы 35 күп ҡатлы йорт тирәһе төҙөкләндерелә. “Беренсе май” паркын төҙөкләндереү тулы ҡеүәт менән башҡарыла. Халыҡтың яратҡан ял урынын 30 йыл дауамында күп тапҡыр төҙөкләндерелә, ә ошондай ҙур үҙгәрештәр беренсе тапҡыр. Төҙөүселәр иҫке уйын майҙансыҡтарын тулыһынса яңыһына алмаштыра, аллеялар яңы йәшел үҫентеләр менән биҙәй.

Ә бына парктың үҙәге – Йылы күле. Уны таҙартып, тәрнәйтәләр. Хәҙер тирә-яҡ биләмә төҙөкләндерелә. Проект буйынса бында амфитеатр эшләү ҡарала. Ә ҡаршыла сәхнә урынлаштырыласаҡ. Шулай уҡ кистәрен яңы фонарҙәр паркты яҡтырта. Әле иһә ял итеүселәр өсөн парктың көнъяҡ өлөшө асыҡ.

Төҙөкләндереү йыл аҙағында тамамланасаҡ, ә ошо бар матурлыҡты тәртиптә тотоу зарур. Парк, сквер, ҡала урамдарын пандемия шарттарында ла таҙа булырға тейеш. Ә шәмбе өмәләре бөтә санитар нормаларҙы үтәп ойошоторолоп торасаҡ.