Ни өсөн битлекһеҙ?

Тулыраҡ: Ни өсөн битлекһеҙ?

Республикала үҙизоляция режимы йомшарыу менән урамда кешеләр күбәйҙе. Сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәре лә һағынып эшкә ашыҡты. Һатыусылар һәм һатып алыусылар пандемия шарттарында хәүефһеҙлек сараларын үтәйме? Быны оператив төркөм һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында тота.

Битлекһеҙ һәм бирсәткәһеҙ ир бер ҡаршылыҡһыҙ сауҙа нөктәһендә әйберҙәр һатып ала. Һатыусы ла ҡаршы түгел. Бындай осраҡта һатып алыусы тик иҫкәртеү менән ҡотолһа, сауҙа объектына административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлә. Юридик шәхестәр өсөн штраф күләме лә аҙ түгел – йөҙҙән алып өс йөҙ мең һумға тиклем.

Ошо мебель салоны ла ҡағиҙә боҙоусылар рәтендә. Рөхсәт ителгән ойошмалар исемлегенә инмәһә лә, нишләптер салон ҡәҙимгесә эшләүен дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары әҙерлек режимы шарттарында сауҙа үҙәктәре биләмәһендә интернеттан алынған тауарҙар тапшырыу пункты, аҙыҡ-түлек кибеттәре һәм урамдан айырым инеү урыны булған кибеттәрҙе генә асыу рөхсәт ителә. Һатып алыусылар һаны ҡәтғи сикләнә.

Санитар ҡағиҙәләрҙе үтәүселәр шулай ҙа күберәк. Һатыусылар – эшһеҙ, ә һатып алыусылар тауарһыҙ ҡалыуҙан һиҫкәнә. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының оператив төркөмө Башҡортостанда рейдтарға 30 апрелдән сыға. Өҫтәп әйтергә кәрәк, республикала үҙизоляция режимы шарттары туранан-тура халыҡтың хәүефһеҙлек сараларын үтәүе менән бәйле.