Өфөлә паромда йылға аша сығыуға ташламаға хоҡуҡлы граждандар бушлай йөрөй алмаясаҡ. Ҡала хакимиәте башлығы ҡарарына ярашлы, уларға льготалар бөтөрөлә. Яңы документҡа ярашлы, майҙан башлап уҡыусылар, студенттар һәм пенсионерҙар бер яҡҡа аҡса менән 20 һум, ҡулаҡсаһыҙ 15 һум түләй. Ошондай уҡ сумма 5-10 йәшлек балалар өсөн тәғәйенләнә. Йылға переправаларында тик 5 йәшкә тиклемге сабыйҙар ғына бушлай йөрөй ала. Ә бына башҡалар өсөн билет хаҡы 30 һум, карта менән 25 һумға төшә.
Өфөлә паромда йылға аша сығыуға ташламаға хоҡуҡлы граждандар бушлай йөрөй алмаясаҡ
Тулыраҡ: Өфөлә паромда йылға аша сығыуға ташламаға хоҡуҡлы граждандар бушлай йөрөй алмаясаҡ