Өфөлә 50 метрлыҡ “Нефтяник” бассейнын реконструкциялау тамамланды

Тулыраҡ: Өфөлә 50 метрлыҡ “Нефтяник” бассейнын реконструкциялау тамамланды

Ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Бассейн заманса итеп эшләнгән, залда ҡоролмалар һәм һикереү өсөн вышка урынлаштырылған. 1967 йылда төҙөлгән бинала быға тиклем бер тапҡыр ҙа ремонт башҡарылмаған булған һәм ул 70 процентҡа иҫкергән. Объектта ике йыл дауамында төҙөкләндереү эштәре барҙы. Был маҡсатта республика бюджетынан 140 миллион һум аҡса бүленде.