Башҡортостан – Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы режимды йомшартыу осоронда спорт ярыштарын уҙғара башлаған беренсе төбәк. 23 майҙа «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турнирының өсөнсө этабы була. Ярыштар тамашасыһыҙ үткәрелә. Өсөнсө этапта ипподром аттарында Архангел, Бөрө, Иглин, Салауат райондары вәкилдәре ҡатнаша. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Турнир бөтә санитар нормаларға ярашлы уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр ипподром хакимиәтенән.
Ат сабыш турниры
Тулыраҡ: Ат сабыш турниры