Тиҙҙән ҡурай тажы асыла

Тулыраҡ: Тиҙҙән ҡурай тажы асыла

Өфө эргәһендәге инфекцион госпиталь төҙөлөшө тамамланыуға бара. Объектты ҡулланыуға тапшырыу өсөн бер аҙналай ваҡыт ҡалды. Дауахананың корпустары төҙөлгән, әле биләмәне йәшелләндереү, ҡыйыҡ төҙөү, биҙәү эштәре башҡарыла. Яңы дауахана ниндәй була? Был хаҡта беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән репортажда.

Был төҙөлөштө өҫтән ҡарағанда ул ҡурай сәскәһен хәтерләтә. 7 таж – ул дауахананың корпустары. Көнөн дә,төнөн дә эш ҡайнай бында, яңы инфекцион дауаханы төҙөү тәүлек әйләнәһенә бара. Объектты ваҡытында тапшырыу иң мөһим талап, әммә эштең сифаты бер ҙә аҡһарға тейеш түгел.

Төҙөлөштөң тамамаланыу тиҙлеге тәъҫирҙә ҡалдыра. Апрелдә генә бында буш ялан ине, бер айҙан ҡоролма йыйылһа, хәҙер дауахана ҡаласығы ҡалҡып сыҡты. Биләмәлә шулай уҡ машиналарҙы дезифекциялау өсөн автойыуыу, ҡоролма таҙартыу системалары, хужалыҡ блоктары һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дөйөм ятаҡ төҙөләсәк. Беренсе корпуста палаталар әҙер тиһәң дә була. Һәр бүлмәлә һауа вентиляцияһы системаһы бар. Был инфекцион дауахананы төҙөгәндә иң мөһим талап ине.

Төҙөлөш барышының тамамланыу мәле менән республика Хөкүмәте премьер-министры танышты.


Әле төҙөлөш майҙанында меңгә яҡын кеше эшләй. Һәр бригаданың үҙенә тәғәйен эше бар. Бурыстар теүәл бүленгән. Юғиһә ошондай ҙур төҙөлөштө тығыҙ ваҡыт арауығында башҡарыу ҡатмарлы булыр ине, ти генераль подрядсы ойошмаһы прорабы.

Объекты ҡулланыуға рәсми тапшырыу 25 майға планлаштырылған. Шунан һуң инфекцион госпиталь бөтә кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазланасаҡ. Үпкәне яһалма елләтеү өсөн аппараттар һәм компьютер томографтары иһә Өфөгә килтерелеп тә еткерелгән.