Күңелле, тик хәүефле

Тулыраҡ: Күңелле, тик хәүефле

Өфө хакимиәте йәштәрҙең ирекле һәм күпләп осрашыу урындарын күҙәтеүгә алырға йыйына. Айырыуса Салауат Юлаев майҙаны алдындағы машиналар ҡуйыу урыны иғтибарҙы йәлеп итә. Әлегә тиклем бында битлек режимы үтәләшен полиция һәм йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәткәрҙәре контролдә тота ине.

Шәхесте машина номеры буйынса ла асыҡлап була. Бәләһенән баш-аяҡ, тип йәштәр был урынды ташлап китергә ашыға.

Майҙанда ҡалғандары иһә битлек кейергә тотона. Ә бер нисә минут элек төшөрөлгән кадрҙарҙа эпидемия мәленә ишара ла юҡ. Битлек режимын үтәүҙе тикшереү рейдтары бында төн һайын ойошторола. Тик һәр ваҡыт өр-яңынан үткән шикелле, ти йәмәғәт тәртибен һаҡлаусылар.

Йәмәғәт урындарында битлекһеҙ йөрөгән өсөн физик шәхестәргә 3 мең һумға тиклем штраф һалына. Республиканың административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексында бер нисә көн элек кенә 13.19 һанлы яңы статья барлыҡҡа килде. Тик ошо парковкала ғына төнгө ваҡытта

41 протокол теркәлгән. Иҫкәртеү-киҫәтеүҙәрҙең иһә һаны юҡ.