Башҡортостанда иген культураларын сәсеү тамамлана. Аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәренең киләһе этабына күсте.
Ҡайһы бер ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре йылы яртҡан культураларҙы – кукуруз, борсаҡ сәсеүгә тотондо. Бынан тыш республикала беренсе тапҡыр баҫыуҙарға торма һәм етен ултыртыласаҡ. Шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү буйынса Илеш, Стәрлебаш хужалыҡтары эште тамамланы, был йәһәттән Дәүләкән, Мәләүез, Баҡалы Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Саҡмағош һәм Шаран райондары ла алдынғылар рәтендә.