Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Тулыраҡ: Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды.

18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында ойоштороласағын әйтте. Бындай ҡарар дин әһелдәре менән кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителде. Алдан хәбәр ителгәнсә, 2020 йылдың 24 майы – Ураҙа байрамы — республикала ял көнө тип иҫәпләнә.