Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды

Тулыраҡ: Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды

Баҙарға быйыл 120 мең ағас һатыуға сығарыласаҡ. Ҡупшыҡайҙар Дыуан, Асҡын, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Белорет һәм Бәләбәй райондары урмансылыҡтарынан килтереләсәк. Урман хужалығы министрлығынана хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү 20 декабргә тиклем дауам итә. Республиканың төп шыршыһын йылдағыса Өфөнөң Ленин майҙанында урынлаштырасаҡтар. Уны йәйен үҡ һайлап ҡуйғандар. 25 метр бейеклектәге мөһабәт ағасҡа Айрат Фазлутдинов алдан уҡ күҙ һалып ҡуя. Уға башҡаланың төп майҙанын биҙәйәсәк шыршыны һайлау форсаты тейгән. Яҡында ултырған тағы ла бер-нисә ҡупшыҡай Өфөнөң башҡа майҙандарына оҙатыласаҡ. Асыҡ урында ылыҫлы ағастың ботаҡтары ҡуйы, тигеҙ үҫә, ти урмансы. Шуға ла бар талаптарға ла яуап биргән Яңы йыл символын ошо аҡланда тапҡандар.Ылыҫлы ағастарҙың йәшен ҡатлап үҫкән ботаҡтарын һанап билдәләргә мөмкин. Был урман ҡупшығайына яҡынса 80 йәш. Тап ул республиканың төп шыршыһы итеп һайланған. Шулай уҡ, Нуриман урман хужалығы һатыуға шыршылар әҙерләй. Питомникта махсус үҫтерелгән ағастар ҙа һайланып ҡына ҡырҡыла. Һәр шыршы яҡынса 12 йыл үҫә. Район быйыл 10-15 мең дана әҙерләргә ниәтләй. Бөтә республиканан килеп алалар. Башлыса, аҡ шыршыға өҫтөнлөк бирәләр, уның еҫе лә хуш, оҙағыраҡ ултыра ла. Шыршы миҙеге башланыу менән, браконьерҙар ҙа әүҙемләшә. Уларға ҡаршы көрәш алып барыла. Ҡышҡы урман күрке булған ылыҫлы ҡупшыҡайҙы ҡырҡып әрәм иткегеҙ килмәһә, яһалма шыршы алып ҡуйырға ла мөмкин. Ниндәй шыршы һай¬лауығыҙға ҡарамаҫ¬тан, ул барыбер Яңы йылда өйгә йәм, күңелгә йы¬лылыҡ һәм байрам кә¬йефе биреп ултырасаҡ.