Бизнесҡа ярҙам

Тулыраҡ: Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15 миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.

Уйын майҙансығында үлән сабылған, әммә тапалмаған. Хәтфәгә әле бала аяғы баҫмаған. Инглиз һәм француз телдәрен өйрәнеүгә баҫым яһаған шәхси балалар баҡсаһы пандемия осорона ябыҡ. Уға тиклем бары ярты йыл эшләп өлгөргән. Яратҡан эшен һаҡлап ҡалыр өсөн Гөлнара Моратова майҙандарҙың ҡуртым хаҡын кәметеүгә өлгәшкән. 6 айға кредит каникулы алған һәм көн дә дәүләт тарафынан ниндәй ярҙам булырын күҙәтә. Туҡтамай алға барыу – төбәк иҡтисадының төп маҡсаты. Социаль ярҙамға бөгөн һәр тармаҡ предприятиеһы өмөт бағлай.

Тәү кәрәк-яраҡ етештереүсе 6 предприятиеға кредит ярҙамы күрһәтелгән дә инде. Республиканың сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса урман хужалығы предприятеларына 40, еңел сәнәғәғәттә эшләгәндәргә 158 миллион һумлыҡ субсидия бирелә. Кризисҡа ҡаршы сараларҙың береһе – инвестиция әүҙемлегенә булышлыҡ итеү. Ауыл хужалығы тармағында иһә техника һәм ҡорамалдар, минераль ашламалар һәм тоҡомло мал һатып алыуға субсидиялар тәҡдим ителә. Илеш районы “Урожай” хужалығы был һыйырҙарҙы Свердлов өлкәһенән һатып алған. Шаран районында 2003 йылда икмәк бешереү цехы булараҡ асылған шәхси предприятие бөгөн икмәк бешереү менән генә сикләнмәй, өләсәй рецептарына таянып ҡамырҙан татлы аҙыҡ та етештерә. Быйыл иһә ит ризыҡтары цехын төҙөкләндергәндәр.

Йыһаздар субсидия иҫәбенә яңыртылған. Эшҡыуарҙарға ярҙам сараларының икенсе пакеты тегеү һәм текстиль етештереү, типография, күсереп баҫыу һәм фотография менән шөғөлләнгән, көнкүреш һәм социаль хеҙмәттәр күрһәткән предприятиеларға патент системаһы буйынса түләүҙәрҙе һәм кадастр хаҡы буйынса милеккә һалым күләмен кәметеү мөмкинлеген күҙ уңында тота. Пассажир ташыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта теркәлгән предприетиеларға төбәк һалымдарын түләүҙе ярты йылға кисектерелә. Эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр үҙмәшғүлдәргә минималь йәшәү кимәленә тигеҙ түләүҙе бер тапҡыр тәҡдим ителә. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәре лә тик ултырмай. Республика йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина белдереүенсә, бөгөн Тимченко фонды менән килешеү төҙөүгә өлгәшелгән. Дәүләт ярҙамы сараларының икенсе пакеты коммерция булмаған ойошмаларҙа тикшереү үткәреүҙәрҙе кисектерә.

Эш ҡыҙыу саҡта был ҡарар ҙа һиҙелерлек ярҙам. Төбәктә эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы эш урындары һәм мәшғүлекте һаҡлауға йүнәлтелгән. Шуға ла ташламалар алғанда хеҙмәткәрҙәр штатының 90 процентын һаҡлап ҡалған ойошма-предприятиеларға өҫтөнлөк бирелә. Башҡортостан иҡтисады тотороҡлоғона йүнәлтелгән саралар федераль ярҙам төрҙәре менән берлектә күрһәтелһә, төбәк вазифалары менән сағыштырғанда үҙенләкле тип баһалана. Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты хәстәрләүгә дөйөм алғанда 30 миллиард һум йүнәлтелә.