Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.
“Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә ентекле эшләргә тура килә. Сөнки, балаларҙы өйрәтеүсе персонаж кескәйҙәрҙе ҡыҙыҡһындырырға тейеш, бер яҡтан ул талапсан булһа, шул уҡ ваҡытта изге күңелле лә. Башҡорт телендәге мультфильм сериялары өҫтөндә тиҫтәнән ашыу кеше эшләй. Ҡайһы берҙәре башҡа ҡалаларҙа йәшәй, электрон технологиялар быуаты уларға ситтән тороп эшләргә мөмкинлек бирә. Ни тиһәң дә интернет заманы, Рүзиләнең дә йәнһүрәттәре интернет өсөн тәғәйен.
Рүзилә – йәш әсәй, үҙенең күңеленә яҡын шөғөлдө ғәмәлгә ашыра. “Балалар” интернет порталы проекты республика Башлығы грантына лайыҡ булды. Был сайт аша ата-әсәләр үҙҙәренең сабыйҙарын тыуған теленә өйрәтә ала. Ә йәнһүрәттәрҙе сайт аша ҡарарға йәиһә махсус ҡушымтаны телефонға күсерергә мөмкин.
Ә бына бәләкәй Иҙелханды башҡорт хәрефтәренең әсәһенең тауышы менән һөйләшеүе бер ҙә ғәжәпләндермәй. Ата-әсә үҙенең улын шаяртып ҡына яңы материалға тест үткәреү буйынса баш белгес тип атай. Бөтә йәнһүрәт, үҫтереү өсөн уйындар иң беренсе уның аша үтә. Әммә үҫтереү өсөн уйындарҙы ла Иҙелханға 15 минуттан да артыҡ ҡарарға рөхсәт ителмәй. Ата-әсәнең тәрбиәһен интернет та, гаджеттар ҙа алмаштырырға тейеш түгел — Был ғаиләнең төп ҡағиҙәһе.