Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Тулыраҡ: Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим иткәйне.

Кемгәлер сирленең башына һыҙыҡтар һыҙыу әҙәпһеҙлек кеүек тойолор. Әммә улар ябай һыҙыҡ түгел, ә махсус шлем әҙерләү өсөн. Табиптар наркозһыҙ һәм скальпельһыҙ операцияға әҙерләнә. Уларҙы фокуслы ультратауыш алмаштыра. Сабит Әхмәтов инде әллә нисә йыл Паркинсон ауырыуынан яфалана. Ҡулдарының ныҡ ҡалтырауы эшләргә ҡамасаулай. Ҡасандыр тәжрибәле ветеринар бер шикһеҙ бәләкәй генә йәнлектәргә лә операциялар башҡарһа, хәҙер йәшәүе ауырлашты, ти. Сирҙән ҡотолоу юлы барлығын ишеткәс, яңы дауалау алымына шунда уҡ ризалыҡ бирә.

Онлайн режимда Өфө табиптарын сит белгестәре өйрәтә. Пандемия арҡаһында улар килә алмаған. Медиктар операция барышын магнит-резонанс томографы ярҙамында күҙәтә. Операция табиптарҙан һаҡ булыуҙы талап итә, сөнки фокуслы ультратауыш пациенттың мейе туҡымаһына үтеп инә. Нейрохирургия клиникаһының баш табибы Резида Ғәлимова Паркинсон сире менән яфаланыусыларҙы дауалау алымдарын күптән эҙләй. Ҙур тәжрибәһен туплап, ул Рәсәй хирургтарынан беренсе булып яңы операцияны башҡара. Нейрохирургтың ҡарарын тормош иптәше менән хеҙмәттәше хуплап ҡаршы ала һәм операция барышын видеоға төшөрә. Операция бер нисә сәғәт бара һәм уңышлы үтә. Табиптар сирленең ҡулдары ҡалтырауын туҡтата. Сабит Садыҡ улы, ниһәйәт, ҡулдарым мине тыңлай тип һөйөнә. Клиника сиктәрендә кадрҙар әҙерләү һәм алдынғы технологияларҙы үҙләштереү өсөн үҙәк асырға ниәтләйҙәр. Киләсәктә унда медицина хеҙмәткәрҙәре тәжрибә арттыра, ә БДМУ студенттары белем аласаҡ.