Миҙгел башынан Өфөлә генә 13 мең тонна асфальт түшәлгән. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлға түшәр алдынан асфальт ҡаты һынау үтә. Әҙер өлгөләр юл-төҙөлөшө лабораторияһында тикшерелә. Иң тәүҙә һыу һеңдереү сифаты ҡарала. Был осраҡлы түгел, асфальттың тарҡалыуына тәү сиратта һыу булышлыҡ итә. Асфальттың эҫе менән һалҡынға сыҙамлығын тикшерер өсөн уны төрлө температура бирелгән пресс аҫтында тоталар. Өлгөләр буйынса ыңғай баһа бирелгәс асфальтты файҙаланырға мөмкин. Башҡаланың һәр районында юл соҡорҙарын бөтөрөү буйынса төҙөкләндереү эштәре бара. Ленин районында ихата юлдары тәртипкә килтерелә. Соҡорҙарҙы тәүҙә киңәйтеп ямарға уңайлы хәлгә килтерәләр.
Йыл башынан Ленин районында юлдарға 2 мең тоннаға яҡын асфальт һалынған, 11 мең квадрат метрҙа соҡорло юлдар төҙөкләндерелгән. Октябрь районында соҡорҙарҙы ямау асфальт түшәүсе машина ярҙамында карта ысулы менән башҡарыла. Уны соҡор майҙандары киң осраҡта файҙаланалар. Башҡа соҡорло юлдар тәғәйен көнөнә төҙөкләндерелеп бөтәсәк, тип ышандыра эшселәр. Комсомол урамын иһә яңыртып ҡороу көтөлә, шуға ла бында соҡор ямау эше ваҡытлы күренеш. Ҡайһы бер ихата юлдары емерек хәлдә ҡала. Мәҫәлән,
Парк урамындағы 6 кәсер 1 йорто тирәһендә киләһе йылда капиталь ремонт көтөлә. Район хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса быйыл соҡор-саҡырҙы ямау ғына планлаштырыла. Салауат Юлаев проспектында юл төҙөкләндереү эштәре төнгө сәғәттәрҙә бара. Автомобилдәрҙән тығын булдырмау маҡсатында. Бында 2017 йылда асфальт алмаштырған подрядчик кәмселектәрҙе үҙ иҫәбенә төҙәтә. Өфөлә генә түгел, тотош республикала юл төҙөкләндереү эше июндең уртаһына тамамланыр, тип көтөлә.