Республикала сәсеү мәле дауам итә

Тулыраҡ: Республикала сәсеү мәле дауам итә

Һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә ҡарамаҫтан республикала сәсеү мәле дауам итә. Быйыл хужалыҡтар үҙенсәлекле культуралар һайлаған. Өфө районындағы фермаларҙың береһе беренсе тапҡыр ҙур майҙанға торма ултырта. Ниндәй сәбәптәр был аҙымға килтергән, был хаҡта киләһе яҙмала. Яланда трактор геүләй һәм үҙенең артынан сәселгән ер һыҙаты ҡалдыра. Руль артында тракторсы, ә сәсеүҙә 3 студент-практикант ярҙам итә. Беренсе ҡарашта улар бер нимә лә эшләмәгән кеүек, әммә тап ошо 3 кеше иғтибар менән сәсеү барышын күҙәтә.

Һәр гектар өсөн 20 киллограмм орлоҡ. Баҫыуҙың майҙаны 2 квадрат километр. Майлы торманы ошондай ҙур күләмдә Цюрупы исемендәге совхоз фермаһында беренсе тапҡыр сәсәләр. Был культураға һорау юғары буласаҡ, тигән фекерҙә ферма етәкселеге. Баҫыуҙа тағы ла – гәрсис, етен, шипкән майлы культурылары сәселгән һәм улар сәскә ата башлаған. Шипкән майынан бик ҡиммәтле файҙалы май эшләнә һәм уға айырыуса сит илдәрҙә талап ҙур. Был экзотик культураларҙы тап Өфө аэропорты ҡырҙары менән күршеләш сәсеү ҙә юҡҡа түгел, ҡоштар уларға ташланмай, тимәк самолеттар осошона ҡоштар өйөрө ҡамасауламай. Културалар сәскә атҡас, бөтә баҫыу өлөштәргә бүленеп төрлө төҫтәргә мансыласаҡ. Етен баҫыуы, мәҫәлән, күкһел төҫтә буласаҡ.

Быйыл етенде хужалыҡ ике тапҡырға күберәк сәкән. Ике йыл элек бойҙай культураларын тулыһынса майлы ашлыҡҡа алмаштырыу кәсепте ҡаҡшатыр, тип шикләнгәйнем ти ойошма директоры. Хәҙер иһә хужалыҡ үҙенсәлекле культураларҙы сәсеүҙе дауам итә һәм киләсәктә уларҙы һатыуға сығарыу ғына түгел, ә баҙарҙа талап ителгән майҙарҙы үҙҙәре етештерергә ниәтләй.