Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Тулыраҡ: Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Ғәҙәттә йәй уртаһында милли эсемлектең иң тәмле һәм файҙалы мәле. Әммә аграрийҙарға быйыл яңы шарттарҙа эшләргә тура килә. Бер-бер артлы 50 бейә махсус кәртә аша үтә. Һауын иртә таңдан башлана һәм ҡәтғи график буйынса бара. Бейәләрҙе тәүлегенә дүрт тапҡыр һауалар. Ысын ҡымыҙ тик яңы һауылған бейә һөтөнән бешелә, ти технолог. Шуға күрә эсемлекте әҙерләүгә айырым ойотҡо ҡулланалар. Элек ҡымыҙҙы ҡул менән бешһәләр, хәҙер эш автоматлаштырылған. Ә хужалыҡ Башҡортостандың иң эре ҡымыҙ фермалары рәтендә.

Шулай ҙа хеҙмәткәрҙәр һаны 10-дан кәм. Эше ҡатмарлы: бейә һөтөн әсетеүҙең һәр этабы иғтибар талап итә. Май уртаһы, йәй башы ҡымыҙ фермалары өсөн иң ҡайнар эш мәле. Ғәҙәттә был осорҙа хужалыҡта тәүлегенә тонналап эсемлек әҙерләгәндәр. Хәҙер 100 литрҙан да арттырмайҙар, сөнки төп ҡулланыусы – шифаханалар әле эшләмәй. Әммә был алым да әлегә ҡотҡармай. Фермерҙар курорт миҙгеленең башланыуын көтә.